Новости
Күгәрсен районына ғилми экспедиция
Төрлөһөнән
Сал тарих эҙҙәрен юллап...
Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Күгәрсен районына ғилми экспедиция менән килде. Уларҙың нәҡ беҙгә килеүҙәре юҡҡа түгел - сал тарих эҙҙәрен һаҡлаған урындарыбыҙ, боронғо ҡомартҡыларыбыҙ бик күп.
Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт ғилеме бүлектәрендә эшләгән белгестәрҙең маҡсаттары изге – тарихи башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан ауылдарҙа булып, боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәнеү, урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән танышыу, ғәрәп телендәге китаптарҙы эҙләп табыу һәм уны ғилми яҡтан өйрәнеү.
Бер нисә көн эсендә төркөм Мәҡсүт, Ерекле, Үрге Һаҙ, Ҡанаҡас, Сәйетҡол, Бикеш, Күгәрсен ауылдарында булып өлгөргән һәм ғилми яҡтан иғтибарға лайыҡлы материалдар тапҡан, мәҫәлән, Мәҡсүт, Сәйетҡол, Сапыҡ ауылдары зыяраттарында боронғо ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы өйрәнгәндәр, Күгәрсендә тарихсы-археограф Ниғәмәтулла Ваһаповта һаҡланған ҡулъяҙмалар, Ҡанаҡаста халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, Бикештә ҡомартҡы итеп һаҡланған иҫке китаптар менән танышҡандар. Үрге Һаҙ ауылында йәшәүсе Сәйҙә инәй Насипова иһә ғалимдарҙы Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә, япон һуғышы ҡатнашыусылары хаҡындағы мәғлүмәттәр менән ҡыуандырған.
- Экспедиция емешле булды. Тарихи күҙлектән әһәмиәтле байтаҡ мәғлүмәттәр таптыҡ. Артабан Теләүембәт ауыл биләмәһе ауылдарына юлланабыҙ. Унда ла күп нәмәләргә юлығырбыҙ, тип ышанам, - ти яҡташыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
(Источник)