Новости

Беҙҙең 'Таш инәй' менгеребеҙгә бағышланған шиғыр

 

 

Беҙҙең 'Таш инәй' менгеребеҙгә бағышланған шиғыр

Таш ҡатын


Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ишеге алдында урынлаштырылған таш менгерҙе күргәс...


Күҙҙәремә ҡапыл салындың да
Тыныслыҡты минең ҡаҡшаттың,
Сырайҙарың үтә таныш һымаҡ,
Кемдең һыны һиндә, Таш-ҡатын?!

Һәйкәл итеп тергеҙерлек булғас,
Ябай булмағандыр асылың,
Йөрәгемә ҡеүәт өҫтәй кеүек
Саҡма таштан ғына хасил һын.

Тәрән мөхәббәтен белгерттеме
Һәйкәлеңде уйған уҙаман?
Килер быуындарҙы уйға һалып
Торғаныңа инде ни заман?!

Һине Аллаһ күреп бер осорҙа
Табындымы әллә мәжүси?
Ҡайғыларҙан ташҡа әйләндеңме,
Йөрәгеңде өттө кем үсе?

Тораташҡа әйләнерлек итеп
Рәнйетте һуң һине, әйт, кемдәр?
Хәйер, күпме генә ялынһам да,
Өндәшмәҫһең, беләм, таш менгер.

Мин кем инде һинең алдарыңда,
Ә шулай ҙа һының бик яҡын,
Сал быуаттар аша икебеҙҙе
Ниҙер бәйләй кеүек, Таш-ҡатын!

Тик бер генә ымың етер миңә,
Таш булһаң да, эшлә ишара!
Күңелем бит һинең менән бергә
Яуға сапҡанына ышана.

Сырайҙарың таныш...Йәндә һағыш...
Күтәрергә уны көс етмәй,
Эй, ҡатын-ҡыҙ, ҡайһы быуаттарҙа
Йәшәгәнең булды интекмәй?!

Һинең һынды оло сабырлыҡтың
Һәйкәленә хатта оҡшаттым.
Ни булһа ла йәнгә ғәзизһең һин,
Ҡәҙерлеһең миңә, Таш-ҡатын!

Зөлфиә Ханнанова