Новости
Осрашыу — уҙе бер ғүмер
Күптән түгел Тәүәкәс ағинәйҙәре Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрҙе. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар — Гөлнур Хөсәйенова (бүлек мөдире), Лилиә Боҫҡонбаева (өлкән ғилми хеҙмәткәр), Гөлгөнә Шәмсетди-
нова (кесе ғилми хеҙмәткәр), Розалия Зарипова (аспирант) — быуындар сылбырында һаҡланып килгән мәҙәни, тарихи мираҫ менән яҡындан танышыуҙы бурыс итеп ҡуйған. Улар тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы һәм башҡорт халҡының тарихын, телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һаҡлау ғына түгел, ә артабан үҫтереү әлеге ваҡытта бик мөһим булыуын аңлатты.
Осрашыуҙа ағинәйҙәребеҙ тулы составта ҡатнаша алманы, әммә килгәндәр Нурия Вәлиева, Мөнирә Ишмөхәмәтова, Зилә Төлкөбаева, Роза Ғәббәсова, Нәфисә Сәғәҙәтова һәр береһе тормош юлын бәйән итте. Ғалимәләр ауылыбыҙҙың тарихын, уға бәйле тарихи ваҡиғаларҙы, урындағы халыҡ йолаларын, ҡыҙыҡһынып тың-
ланы. Һуңынан Тәүәкәс ағинәйҙәре һәләттәрен күр-һәтте. Н.Вәлиева, Н. Сәғәҙәтова, М. Ишмөхәмәтова халыҡ йырҙарын башҡарып таң ҡалдырһа, һүҙ оҫтаһы Р. Ғәббәсова үҙенең ижад емештәре — шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итте. Урындағы ав-торҙарҙың шиғырҙарына һәм халыҡ һүҙҙәренә һалынған мөнәжәттәрҙе, таҡмаҡтарҙы ҡунаҡтар бик яратты.
Бына ҡайҙа тормош һабаҡтары! Халыҡ хәтере — бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина бит ул. Ағинәйҙәрҙең мәҡәлдәренә, йомаҡтарына, таҡмаҡтарына һәм әкиәттәренә күпме аҡыл, йәшәү мәғәнәһе, тәрбиәүи мәртәбә һыйған. Башҡорт ауылдарында әлеге мәлдә лә ошондай хазинаның һаҡланыуы ҡыуаныслы. Кисә барыһына ла оҡшаны: ғилми үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә, килгән ағинәйҙәребеҙ ҙә осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Сара һуңында иҫтәлеккә фотоға төштөләр, табын артында һөйләшеүҙәр артабан дауам итте.
Роза Ғәббәсова, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе.
Редакция почтаһынан // Инйәр, №61, 2017 йыл, август