Новости

Өфөлә Дамир Вәлиевтың иҫтәлегенә арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Силәбе башҡорттарының Рәсәй фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшө бөгөн Өфөлә үткән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла күтәрелде. Сара философия фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре Дамир Вәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. 

Осрашыуҙа ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар менән бергә, профессорҙың уҡыусылары ҡатнашты. Дамир Жәүәт улы Башҡортостанда этика мәктәбенә нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Уның исеме илдең бик күп фәнни хеҙмәттәренә һәм дәреслектәргә ингән.

 

Источник: